газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2019, 15:45

«Халыҡ беҙҙән көнүҙәк мәсьәләләрҙең хәл ителешен көтә»

Халыҡ беҙҙән милләттең социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫешенә бәйле булған көнүҙәк бурыстарҙың хәл ителешен көтә, тип белдерҙе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин.

- Бөгөн беҙҙең алда бик күп бурыстар тора, - тине үҙенең сәләмләү телмәрендә Данир Ғәйнуллин. - V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һөҙөмтәләре буйынса беҙ резолюция ғына ҡабул итергә түгел, ә ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашарыу өсөн яуаплылығыбыҙҙы аңларға бурыслы. Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бурысы - халыҡты бергә туплау. Беҙ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы форматта үтер, тип ышанабыҙ. Беренсеннә, делегаттар башҡорт халҡының киләсәген нисек күрергә теләүҙәрен сағылдырған үҙ эш программаларын тәҡдим итергә тейеш. Икенсенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан 2050 йылға тиклемге башҡорт халҡының үҫеше стратегияһы концепцияһы әҙерләнгән. Ошо стратегияны ҡарап ҡабул итеү - беҙҙең дөйөм бурыс. Башҡортостан - бай республика, унда хеҙмәт һөйөүсән кешеләр йәшәй. Ошо нигеҙҙә беҙ төбәгебеҙҙең иҡтисади һәм социаль яҡтан сәскә атыуына ирешергә тейешбеҙ.
Читайте нас: