Республикала үҙғарылған бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы. Эшлекле һәм етди осрашыуға республика вәкилдәренән тыш, төрлө илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ - сәйәсмәндәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм төрлө өлкәләрҙә танылыу яулаған милләттәштәребеҙ саҡырылған.
Көтөп алынған ҡорҙа делегаттар ике көн дауамында мөһим проекттар өҫтөндә эшләйәсәк. Секция ултырыштары фекер алышыуға һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Съезд һөҙөмтәләре буйынса башҡорт халҡының киләсәк үҫеше буйынса стратегияһы билдәләнәсәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышы Торатау Конгресс-холында үтә. Съезда һигеҙ секцияла мәғариф һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих, демография, мәҙәниәт һәм сәнғәт, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа темалар ҡараласаҡ. Эшлекле осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар өсөн мәҙәни саралар ойошторола.
Ҡоролтай эшмәкәрлеге Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә.