Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы - башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең йыйыны үҙ эшен башланы. Тарихи милли форум 1995 йылдан алып ойошторола. Маҡсаты - башҡорт халҡын берләштереү, этномәҙәни үҫтереү, милли берҙәйлекте һаҡлау, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге үткәрә.V ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша, уларҙың яртыһы тиерлек - республикала, 157-һе Рәсәй төбәктәрендә йәшәй. Башҡорт халҡының 50 вәкиле тарихи ватанына 21 илдән - АҠШ-тан, Швейцариянан, Голландиянан, Монаконан, Израилдән, Латвиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән. Йыйындың көн тәртибендәге төп мәсьәлә - 2050 йылға халыҡтың киләсәген күҙаллауҙы формалаштырған Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау. Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ҡунаҡ сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылды.