42 йәшлек ир ағаһын атып үлтереп, соҡорға күмә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 43 йәшлек ирҙең юғалыуына бәйле Рәсәй Енәйәт кодексының "үлтереү" статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. 17 июндә ир эшкә сыҡмағас, хеҙмәттәше был хаҡта тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итә. Ғәйеп булғандың әсәһе лә, ҡустыһы ла, өйҙәше лә уның бер аҙна элек дүрт көнгә дуҫтары менән балыҡҡа киткәне хаҡында белдерә. Тәфтишселәр ирҙең аралашҡан кешеләренән һорашып, уның бер ҡайҙа ла китмәүен асыҡлай. Бер аҙҙан уның был көндә өйөнән дә сыҡмауы асыҡлана. Ғаилә ағзаларынан яңынан һорау алалар. Һөҙөмтәлә ҡустыһы ағаһын атып үлтереүен, мәйетте йәшереүен таный.
Тәфтиселәр фаразы буйынса, 10 июндә Стәрлетамаҡ районындағы ауылдарҙың береһендәге йортта туғандар араһында бәхәс сыға һәм 42 йәшлек ҡустыһы ағаһын атып үлтерә. Енәйәт эҙен йәшереү өсөн ул мәйетте арбаға һалып Әлшәй районына сығара һәм соҡорға күмә. Өйгә ҡайтҡас, ағаһының бер нисә көнгә балыҡҡа китеүе хаҡында белдерә. Һорау алыу барышында ул яңылыш ҡына атыуын, мәйетте ҡурҡышынан йәшереүен әйтә. Әле ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, енәйәтте тикшереү эше бара.