Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йәш ярымлыҡ балаға йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарҙы һатып алырға «онотҡан». Благовар районынан Алмаз Ямаев тыумыштан сирле - лимфотик мальформация. Тыуғанда ул операция яһарлыҡ булмаған. Мәскәү табиптары кәңәш иткән дарыу ярҙамында сабый нормаль хәлгә килгән һәм хәҙер тиҫтерҙәре кеүек үҫешә. Ләкин Алмаз ғүмер буйына ҡиммәтле «Рапамун» дарыуын эсергә тейеш. Тәүҙә ғаиләгә дарыуҙы хәйриә фонды һатып алған, һуңынан был бурысты Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙ өҫтөнә алған һәм Ямаевтарға уны ваҡытында килтерергә вәғәҙәләгән гарантиялы хат биргән. Ләкин был айҙа дарыу килмәгән... Алмаздың рецидивы башланған - уң ҡулы шешкән.