Башҡортостанда яман шеш менән сирләгән ирле-ҡатынлы дүрт бала тәрбиәләй. Ғаилә емерелергә торған иҫке йортта көн күрә. Альбина һәм уның ире Йәрмәкәй районының Түбәнге Олойылға ауылында йәшәй. 14 йәшлек улдары һәм 11, 8, 6 йәшлек өс ейәне лә улар менән бергә. Балаларҙың әсәһе, ауылда эш булмағанлыҡтан, Мәскәү өлкәһенә эшкә киткән. Өҫтәүенә ҡатын бер ҡулы булмаған өс туған ҡустыһын ҡарай. Әлеге көндә ғаилә уның өйөндә йәшәй. Хәйер, быны йорт тип әйтеүе ауыр - стенаһы емерелергә тора, түбәһенән һыу тамсылай. Был өй инвалидтың ата-әсәһенән ҡалған. Ә закон буйынса уға айырым торлаҡ бүленергә тейеш. Ләкин был ғаиләлә иң ҡурҡынысы шул: ир менән ҡатындың икеһе лә яман шеш менән ауырый, икеһенең дә дауаланырға аҡсаһы юҡ. 2014 йылда уҡ ҡатындың бер нисә органын алғандар, бының менән дауаланыу тамамланған - ғаиләнең аҡсаһы булмаған. Хәҙер метастаздар Альбинаның бөтә тәненә таралған - ҡулында, билендә шештәр бар.
Иренә яман шешкә бәйле биш йыл элек инвалидлыҡ бирелгән. Бер нисә тапҡыр ауыл дауаханаһынан йүнәлтмә менән Өфөгә онкология диспансерына килгән, ләкин уны дауаланырға һалмағандар. Әллә дауаханала урын юҡ, әллә тейешле анализдары булмаған. Ғаиләнең анализдар бирергә аҡсаһы юҡ. Альбина Федоровна ире уны дүрт бала, инвалид ҡустыһы менән яңғыҙын ҡалдырып үлеп китер, тип борсола. Тағы ла ул кескәйҙәрҙе балалар йортона, ә ҡустыһын инвалидтар йортона ебәрерҙәр, тип ҡайғыра.
Опека органдары Игнатьевтар йортона килеп, янап киткәндәр ҙә инде, сөнки өй йәшәргә яраҡһыҙ. Бынан тыш, йорт емереләргә тора, ике тапҡыр янғын сыҡҡан. Альбина Федоровна түрәләрҙән ярҙам, ремонт эшләү өсөн 50 мең һум һораған, ләкин уның үтенесен кире ҡаҡҡандар. Ауылдаштары, урындағы сиркәү янындағы приют ҡына ярҙам ҡулы һуҙа, "С миру по нитке" төркөмө ирекмәндәре Өфөнән аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым килтерә.
Ҡатын, һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡсаға сыға, йәшелсә үҫтерә, мал ҡарай, балаларға ашарға бешерә. Ғаилә көн һайын йәшәү өсөн көрәшә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин яңыраҡ ғаиләне шәхси кураторлыҡҡа алды.