Берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре асыҡланды. Әле Башҡортостанда 88 уҡыусы 100 балл йыйған, тип хәбәр итә төбәк Мәғариф министрлығы. Шуларҙың өсәүһе - географиянан, икәүһе - әҙәбиәттән, 18-е - профилле математиканан, 29-ы - химиянан, бишәүһе - тарихтан, алтауһы - рус теленән һәм 25-е - физиканан.
Ике фәндән 100-әр балл йыйған балалар ҙа бар. Ундайҙар - өсәү. Эдуард Владимиров Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһын, Роман Злобин Өфөнөң 153-сө лицейын, Маргарита Сәғитова Өфөнөң 83-сө лицейын тамамлай.