газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2019, 14:44

"Рено" банк залогта булмаған икән дә баһа

Луиза Хәйруллина һәм уның ғаиләһе серле рәүештә ғәйеп булғас, уларҙың “Рено Дастер” автомобилдәре тураһында бик күп фараз булғайны.

Луиза Хәйруллина һәм уның ғаиләһе серле рәүештә ғәйеп булғас, уларҙың “Рено Дастер” автомобилдәре тураһында бик күп фараз булғайны.

Беренсеһе буйынса, имеш, ғаилә уға ултырып ҡасҡан. Икенселәр, ғәйеп булыр алдынан улар машинаһын һатып киткән, тип фаразланы. Яңыраҡ иһә, автомобиль 2017 йылда уҡ ломбардҡа тапшырылған, ул банкта залогта булған тинеләр. Имеш, ғәйеп булыуҙарына ике көн алда ғына Марат уның өсөн 25 мең һум залог түләгән...

Бөгөн иһә машина яҙмышы тураһында яңы мәғлүмәт асыҡланды. Баҡһаң, ул ошо көнгә тиклем Луизаның атаһының гаражында ултырған. Ир оҙайлы ваҡыт гаражына килмәгән булған икән. Машина эсендә мендәр, юрған һәм башҡа әйберҙәр табылған. Тимәк, ғаилә юҡ булғандан һуң унда бер нисә көн йәшенеп ятҡан йәки быны планлаштырған. Сираттағы аңлашылмаусанлыҡ...

Әлеге мәлдә полиция хеҙмәткәрҙәре автомобилде тикшергән һәм алып киткән. Ошо көндәрҙә генә полиция хеҙмәткәрҙәре Луиза Хәйруллинаның туғандарының өйҙәрендә булып, эҙләүҙәр үткәрҙе һәм генетик матдәләрен алғайны.
Читайте нас: