газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2019, 10:39

Күберәк бүленергә тейеш

Төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыуҙа милли проекттар менән синхронлаштырған ил төбәктәренә өҫтәмә федераль аҡса бүлеү планлаштырыла.

Төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыуҙа милли проекттар менән синхронлаштырған ил төбәктәренә өҫтәмә федераль аҡса бүлеү планлаштырыла. Был хаҡта Рәсәй Төҙөлөш министрлығының матбуғат хеҙмәте ведомство етәксеһе урынбаҫары Максим Егоров республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуынан һуң белдерҙе.

“Башҡортостан - ҡала мөхите булдырыуҙы комплекслы хәл иткән, төҙөкләндереүҙе башҡа проекттар менән бәйле алып барырға тырышҡан төбәктәрҙең береһе. Был федераль ярҙамды һөҙөмтәле файҙаланып, биләмәне уңышлы үҫтереү мөмкинлеген бирә. Федераль аҡсаны бүлгәндә беҙ ошондай төбәктәргә юғары коэффициент индереү юлдарын ҡарайбыҙ”, - тине төҙөлөш министры урынбаҫары Максим Егоров.

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты 2017 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса старт алды. Хәҙер ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты составына инә.Милли проектты 2024 йылға тиклем финанслау күләме 287,9 миллиард һум тип планлаштырылған.
Читайте нас: