Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының береһендә бер ир кешеләргә бысаҡ менән ташланған, ҡорбандар бар.Өсәүһе һәләк булған, икәүһе йәрәхәтләнгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүсенең аяғына атҡан, ул медицина ярҙамы күрһәткән саҡта үлгән. Ҡырмыҫҡалы районы полицияһына төпкөл ауылдарҙың береһендә бер ирҙең кешеләргә ташланыуы тураһында хәбәр килгән. Патруль-пост хеҙмәте экипажы ваҡиға урынына юлланған. Һөжүм иткән ирҙең апаһы, шулай ике күршеһе үле килеш табылған. Йәрәхәтләнгән тағы ике кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, һөжүм иткән ир ошо ауылда йәшәгән, шаһиттар әйтеүенсә, бысаҡ, көрәк тотоп һәм ҡанға батҡан кейеме менән урам буйлап йөрөгән. «Полицейскийҙар ирҙән бысағын ташлауын талап иткән, ләкин ул, ҡоралы менән һелтәнеп, хеҙмәткәрҙәргә ташланған. Шул саҡта, «Полиция тураһында» законға ярашлы, полицейскийҙарҙың береһе иҫкәртеү өсөн һауаға атҡан, ләкин был уны туҡтатмаған, шунан икенсеһе ике пуля менән һөжүм итеүсенең аяғын яралаған», - тип һөйләнеләр республика буйынса Эске эштәр министрлығында.Һөжүм итеүсе психиатрҙа иҫәптә торған икән. Апаһын өйҙә, ә күршеләре - оло йәштәге ир менән ҡатынды баҡсала үлтергән.