Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуевтың мейеһендә яман шеш икән. Ошо көндәрҙә ул 2010 йылда спорттан китеүенең сәбәбен аңлатты. Уға ике тапҡыр операция яһағандар. Уға әле һаман яман сир менән көрәшергә тура килә. Германияла операцияны тулыһынса эшләмәгәндәр. Үҙебеҙҙең профессор ҙа спортсының шешен тотошлай алып ташлай алмаған.