газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2019, 10:47

Әсәләр ҙә, сабыйҙар ҙа һау-сәләмәт булһын

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем 18 балалар поликлиникаһына һәм йөклө ҡатындарҙың һаулығын хәстәрләү учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. Шулай уҡ 220-нән ашыу ҡорамал һатып алыу планлаштырыла.

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем 18 балалар поликлиникаһына һәм йөклө ҡатындарҙың һаулығын хәстәрләү учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. Шулай уҡ 220-нән ашыу ҡорамал һатып алыу планлаштырыла.Был эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” проектында ҡаралған. “Бынан тыш, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында балалар поликлиникалары төҙөлә”, - тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.“Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл Башҡортостан власы 1 миллиард 700 миллион һум йүнәлтәсәк, был сумманың 300 миллион һум самаһы - федераль бюджеттан. Был программа һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмергә тейеш", - тиелә ведомствола.
Билдәле булыуынса, 2019 - 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.
Читайте нас: