Аккредитация үткән һәр хаж операторы үҙ квотаһына ярашлы күләмдә сертификаттар аласаҡ. Һөҙөмтәлә, улар сәфәргә сығыу өсөн документтар тапшырған һәр кемгә бирелә, был хаж ҡылырға хоҡуҡ тигән һүҙ. Былтыр Башҡортостандан 218 кеше ғәҙелһеҙ операторҙар арҡаһында хаж ҡылыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған. Быйыл сәфәрҙе тик аккредитация үткән операторҙар ғына ойоштора ала, улар хаҡында мәғлүмәт Рәсәй хаж ғәмәле сайтына ҡуйылған.