Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2019, 11:40

Аҡсаны маҡсатлы тотонмаған

Башҡортостанда эшҡыуар бюджет аҡсаһына йәнлектәр өсөн приют урынына уларҙы һәләк итеү урыны асҡан.

Башҡортостанда эшҡыуар бюджет аҡсаһына йәнлектәр өсөн приют урынына уларҙы һәләк итеү урыны асҡан. 2017 йылда Шишмә районы хакимиәте «Дельта-Ком» компанияһы менән эйәһеҙ йәнлектәрҙе тотоуға һәм ҡарауға килешеү төҙөгән. Килешеүгә ярашлы, предприятие йәнлектәрҙе тоторға, стерилизация, прививка эшләргә һәм уларҙы приютта ваҡытлыса йәшәтергә тейеш булған. Бының өсөн 380 мең һум бүленгән. 2018 йылда 255 мең һум йүнәлтелгән. Уның урынына компания йәнлектәрҙе атыу менән шөғөлләнгән. Уларҙы дауалауға һәм приютҡа бер тин дә тотонмаған. 34 йәшлек эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: