Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Алһыуға, «Пицца» төркөмө солисына һәм «Арғымаҡ» төркөмө солисына маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.
Йома «Евразия йөрәге» фестивалендә Радий Хәбиров «Пицца» төркөмөнән Сергей Приказчиковты һәм «Арғымаҡ» төркөмөнөн Ринат Рамазановты «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», ә Алһыу Сафинаны «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Исемдәр бирелеүен бирелгән, әммә халыҡтың күпселеге маҡтаулы исемдәрҙе әллә нигә бер ҡайтып сығыш яһаған Сафинаға, бер белмәгән "Пицца" төркөмө етәксеһенә бирелеүен хуплап етмәй. Башҡортостаныбыҙ хаҡына тырышып хеҙмәт иткән башҡа шәхестәр ҙә бик күп, тип иҫәпләй улар. Ә Ринат Рамазановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелеүен бик хупланылар.