Бөгөн республикала Атайҙар көнөнә арналған акция башланды. Уны Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итте. “Атай менән эшкә” (#Спапойнаработу) акцияһы июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә уҙғарыла. Ул тәүге тапҡыр былтыр ойошторолдо һәм күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был көндә атайҙар балаларын үҙҙәренең эш урынына алып барып, уларҙы эшмәкәрлеге менән таныштыра, предприятие, ойошма буйлап экскурсия үткәрә. Бер яҡтан бындай сара тәрбиәүи үҙенсәлектәргә эйә булһа, икенсе яҡтан һөнәри йүнәлеш бирә, ғаиләлә атайҙың абруйын арттырыуға булышлыҡ итә. Акция республикала июнь аҙағына тиклем дауам итә.