газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2019, 16:28

"Һанлы иҡтисад" контролдә тота

Республикала электрон дәүләт хеҙмәттәренең мониторинг, контроль һәм сифат үҫеше системаһы “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ.

Республикала электрон дәүләт хеҙмәттәренең мониторинг, контроль һәм сифат үҫеше системаһы “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы дәүләт идаралығы” төбәк проекты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү эшен мониторинглау, контролләү һәм уның сифатын күтәреүҙең берҙәм мәғлүмәт системаһын индереү буйынса бурыс ҡуйҙы. Уны булдырыу һәм ғәмәлгә ашыра башлау ваҡыты - 2021 йылдың аҙағы”, - тип белдерҙеләрБашҡортостандың Һанлаштырыу буйынса дәүләт комитетынан. “Индереләсәк мониторинг системаһы статистик мәғлүмәттәрҙе формалаштырыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, хеҙмәт күрһәтеүҙә баш тартыуҙар өлөшө, регламенттар ваҡытын, Пенсия фондында, Росреестрҙа, Суд приставтары федераль хеҙмәтендә һ.б. башҡарма власть органдарына запростар буйынса яуап биреү срогын боҙоу осраҡтары һәм башҡалар тура контролдә буласаҡ”, - тиелә ведомствонан бирелгән хәбәрҙә.

Яңы система дәүләт хеҙмәттәре порталының эшкә һәләтлелеген дә баһалаясаҡ.
Читайте нас: