Кисә Ҡыйғы районында ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе булған. Унда бәләкәй сабыйҙар зыян күргән. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 йәшлек “ГАЗель” йөк машинаһы водителе артҡа сигенгән саҡта күләүектә уйнап ултырған йәш ярымлыҡ ҡыҙ менән өс йәшлек малайҙы тапата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыҡай йәрәхәттәрҙән дауаханала йән биргән. Малайҙы, табиптар ҡарағандан һуң, өйөнә ҡайтарғандар.