Новости
13 Июня 2019, 10:51

"Евразия йөрәге" матур йолаға әүерелде

Кисә Өфөлә матур йолаға әйләнгән “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Дүртенсе йыл уҙған сараның беренсе көнөндә үк рекорд ҡуйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә Өфөлә матур йолаға әйләнгән “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Дүртенсе йыл уҙған сараның беренсе көнөндә үк рекорд ҡуйылды.Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында урынлашҡан “Торатау” конгресс-холы янындағы асыҡ һауалағы амфитеатрға 45 мең тамашасы йыйылды. Улар төрлө музыканттарҙың сығышын, байрам салютын ҡараны.

Ошо урында уҡ тамамланған милли кейемдәр парадында ҡатнашыусылар һаны буйынса ла рекорд ҡуйылды - Зәки Вәлиди урамы буйлап 2700-ләп төрлө милләт вәкиле үтте.
Читайте нас