Дмитрий Медведев эш аҙнаһының дүрт көнгә тиклем ҡыҫҡарыуын фаразланы.Хөкүмәт башлығы фекеренсә, киләсәктә технологик процесс эш аҙнаһын ҡыҫҡартыуға килтереүе мөмкин. Ул эш урындарының кәмейәсәген, эш ваҡытының ҡыҫҡарасағын, кешеләрҙең ялы күбәйәсәген билдәләне. Стресс һәм эштә яныу хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм иҡтисади күрһәткестәрҙе кәметеүгә килтерә, тине Медведев. Киләсәктә һығылмалы график, ситтән тороп эшләү мөмкинлеге булыр, ә хеҙмәткәрҙәрҙе кәрәк булғанда ғына саҡырып алырҙар. Бына шулай, йәмәғәт. Эш тә, аш та булмаҫ, ахырыһы...