Башҡортостанда ауыл уҡытыусыларының 600 мең һум алыу мөмкинлеге бар. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән һәр береһе 600 мең һум күләмендәге 100 грант булдырыла. Конкурста ауыл мәктәптәрендә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Уҡытыусыларҙы райондарҙың дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф идаралығы органдары тәҡдим итергә тейеш. Конкурсҡа документтар тапшырыу ваҡыты - йыл һайын 1 авгусҡа тиклем.