Владимир Путин Ҡаҙағстан етәксеһен ҡотланы.Ҡаҙағстан президенты һайлауында халыҡтың күпселеге Касым-Жомарт Токаевҡа ышаныс белдерҙе. Рәсәй етәксеһе Владимир Путин уны ышаныслы еңеүе менән телефон аша ҡотлап, уңыштар теләне. Ике яҡ та Рәсәй-Ҡаҙағстан араһындағы яҡшы мөнәсәбәтте артабан да һаҡлауға, стратегик партнерлыҡты, союздашлыҡты нығытыуға, төрлө тармаҡтарҙа бәйләнеште үҫтереүгә ынтылышын белдерҙе.