"Мәғариф" милли проекты конкурсҡа саҡыра.“Рәсәй ирекмәне-2019” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға заявканы нисек бирергә? Кисә ошо эш үҙенсәлектәре буйынса вебинар ойошторолдо. Унда конкурс процедураһының нисек үтәсәге, ҡатнашыу схемаһы һәм тәртибе, Берҙәм мәғлүмәт системаһы платформаһында теркәлеп, заявка тултырыу, социаль проекттың әһәмиәте һ.б. хаҡында һөйләшеү булды.
Быйыл конкурс өс йүнәлештә үтә. Беренсеһе - “Социаль проект” - 12 теманан тора: “Ярҙам итеү өсөн тыуғандар”, “Сәнғәттән илһам алғандар”, “Йөрәк менән хәстәрләп”, “Балаларға ярҙам”, “Йөрәк менән ҡыйыуҙар”, “Минең тирәләй”, “Ирекмән әйтә”, “Киләсәккә ышаныс”, “Мөмкинлектәр тигеҙлеге”, “Ирекле ғәмәлдәрҙе ойоштороусы”. Был категорияға заяканы 18 йәштән өлкән һәр кем бирә ала. Конкурстың фонды быйыл - 45 миллион һум. Һәр ҡатнашыусының ике миллион һумға тиклем алыу мөмкинлеге бар. Аҡсанан тыш, иң көслө проект авторҙары махсус уҡытыуға, кураторҙар ярҙамына иҫәп тота ала.