Республикала “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында төрлө саралар киң йәйелдерелә башланы. Район үҙәктәрендә лә кинозалдар булдырыласаҡ. Республика буйынса улар йыл да ике урында асыласаҡ, һөҙөмтәлә, ауыл халҡы ла ҡалалағылар кеүек яҡшы сифатлы фильмдар ҡарау, премьераларҙы тәүгеләрҙән булып күреү мөмкинлеген ала.