Башҡортостан иҡтисадына 80 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп ителде. Был килешеүҙәргә Санкт-Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында ҡул ҡуйылды.Ике көн эсендә республика вәкилдәре тиҫтәләгән осрашыу һәм һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Стратегия башланғыстары агентлығы илдәге ивестклимат милли рейтингын иғлан иткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 16-сы урында нығынып, күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға өлгәшкән.Беҙҙең республика эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған тәүге егерме төбәк араһында. Агентлыҡ вәкилдәре билдәләүенсә, республикала административ кәртәләрҙе емереү һәм йүнселдәр менән тура бәйләнеш урынлаштырыу буйынса шаҡтай ҙур эш башҡарылған. Килешеүҙәргә килгәндә, төп урынды әлбиттә, "Росатом" менән ҡул ҡуйылған документ биләй. Энергетика проекттары Башҡортостан өсөн өҫтөнлөктә. Әле бигерәк тә Урал аръяғы райондарында был йәһәттән өҙөклөктәр күҙәтелә. Корпорация менән хеҙмәттәшлек итеү иң ҡыйыу проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә тигән фекерҙә белгестәр.