Ун ике йыл эсендә конкурста 626 өфөлө ҡатнашҡан һәм “Баш ҡала ҡаҙанышы” премияһына 301 актив һәм ижад итеүсе кеше лайыҡ булған, 111 кеше “Баш ҡала ҡаҙанышы” айыра торған билдә менән бүләкләнгән. Быйыл 31 кешенән ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында республика кардиология үҙәгенең баш врачы Ирина Николаева, ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй чемпионы Гүхәл Хәсәнова, “Беҙҙең балалар” балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам итеү хәйриә фонды директоры Ольга Васильева һәм башҡа лайыҡлы граждандар бар. “Баш ҡала ҡаҙанышы” премияһы бер нисә номинация буйынса биреү ҡаралған.