газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2019, 14:42

Йөҙәбеҙ икән, былай булғас!

Беҙ балаларҙы йөҙөргә өйрәтеп, уларҙың ғүмерен ҡотҡарырбыҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Бөтәһе өсөн дә спорт: донъя трендтары һәм эшлекле ҡараш» сессияһында сығыш яһап.

Беҙ балаларҙы йөҙөргә өйрәтеп, уларҙың ғүмерен ҡотҡарырбыҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Бөтәһе өсөн дә спорт: донъя трендтары һәм эшлекле ҡараш» сессияһында сығыш яһап. «Республикабыҙ ҙур, ҡайһы бер ауыл райондарында муниципаль бассейндар юҡ. Билдәле ваҡытҡа бассейны булмаған бер генә муниципалитет та ҡалмаҫ. Әле беҙ ошо программаны әҙерләйбеҙ. Һуңынан балаларҙы йөҙөргә өйрәтә башларбыҙ. Шул рәүешле беҙ уларҙың ғүмерен ҡотҡарырбыҙ», - тине Радий Хәбиров. Ул былтыр республикала 60-тан ашыу баланың һыуҙа батып үлгәнен иҫкә төшөрҙө.Радий Хәбиров фекеренсә, хәҙер балалар өсөн иң яҡшыһы - спорт. Башҡортостанда «Көрәш - мәктәптәргә» программаһы эшләй. Ундан ашыу мәктәпкә тренерҙар һәм тейешле ҡорамалдар алынды. Өҫтәүенә, көрәш күп аҡса һалыуҙы талап итмәй. әкин иң ҙур проблема – тренерҙар әҙерләү. Элекке төркөм эштән китә, ә яңыларын әҙерләүгә аҡса һәм заманса методика кәрәк, был да - проблема.

Читайте нас: