газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2019, 14:24

Артырға тейеш, тиҙәр

2020 йылдың 1 ғинуарындағы индексациянан һуң әсәлек капиталының суммаһы 470 мең һум тәшкил итергә тейеш.

2020 йылдың 1 ғинуарындағы индексациянан һуң әсәлек капиталының суммаһы 470 мең һум тәшкил итергә тейеш. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин ТАСС агентлығына интервьюһында ошо турала хәбәр итте. «2020 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталын индексациялау тергеҙелә. Был килешелгән ҡарар, беҙҙе бөтәһе лә хупланы. 2020 йылдың 1 ғинуарынан - ҡулланыусылар хаҡтарының үҫеш прогнозы 4% тәшкил итә - әсәлек капиталы арттырыла. Киләһе йылға бюджетты әҙерләгәндә ошондай аҡсаны күҙ уңында тотабыҙ. Йәғни 2020 йылдан әсәлек капиталының күләме яҡынса 470 мең һум тәшкил итергә тейеш», - тине ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында. Бөгөнгә Рәсәйҙә әсәлек капиталынң күләме 453 мең һум тәшкил итә.
Читайте нас: