газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2019, 11:19

Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр

Республика власы тәүге медик-санитар ярҙам хеҙмәтен яҡшыртыуға быйыл 336,7 миллион һум йүнәлтәсәк.

Республика власы тәүге медик-санитар ярҙам хеҙмәтен яҡшыртыуға быйыл 336,7 миллион һум йүнәлтәсәк.“Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы атҡарыла. Өҫтәп, ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 266,2 миллион һум ҡаралған”, - тиҙәр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, төбәктә модулле конструкцияларҙан 22 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Шулай уҡ ете мобиль флюорограф һәм егерме күсмә ФАП алыу планлаштырылған. Тәүге медик-санитар ярҙамы системаһын үҫтереүҙең тағы бер йүнәлеше - “Һаҡсыл поликлиника” моделен индереү. Ул пациенттарҙың көтөү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ, сиратты кәметәсәк.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, шулай уҡ профилактик медосмотрҙар уҙғарыу планлаштырыла, шул иҫәптән шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә лә. “Һәр граждан йылына кәмендә бер тапҡыр тикшереү үтәсәк”, - тиҙәр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Читайте нас: