Ҡала банктарының береһендә эшләүсе Луиза Хәйруллинаның 23 млн һум аҡса урлап, ғаиләһе менән ҡасып китеүе республиканы ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе яңғыратты.Хәйруллиндарҙың ҡайҙа икәнлеген әйткән өсөн бер миллион һум аҡсалата бүләк иғлан ителде. «Тура эфир» программаһында алып барыусы Андрей Малахов ошо хаҡта белдерҙе. Тапшырыуҙа ханымдың туғандары, күршеләре, шулай уҡ Башҡортостан журналистары ҡатнаша. Күршеһенең һүҙҙәренсә, ғаиләнең юғалыуының криминаль аспекты, хатта үлтереүҙәре мөмкин. Студиялағы эксперттар фекеренсә, Луиза күптән инде ғаиләһе менән сит илдә, сөнки аҡсаны урлау һәм сәфәр ентекле уйланылған.