Тағы бер республика кешеһе ошо көндәрҙә миллионер булып китте. “Гослото”ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында суперприз отторолған. 150 һумға бер генә билет һатып алған Өфө кешеһе 1 миллион һум аҡса отҡан! Бәхетле билетты ир сайт аша һатып алған. Уңышлы кешеләр күпикән республикала. Ай һайын тиерлек кем дә булһа миллионерға әйләнеп тора. Мәҫәлән, мартта бер ир 4 миллион һум отһа, февралдә бер ғаилә 17,6 миллион һум отоп ҡыуанғайны. Әйткәндәй, улар өс билет алған булған. Тағы бер баш ҡала кешеһе 120 һумға бер билет алып, 2,6 миллион һумлы булғайны.