Июнь уртаһында Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса Халыҡ-ара форум ойошторола.«17-20 июндә Өфөлә терроризмға ҡаршы көрәш, мәғлүмәти хәүефһеҙлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү, ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек темаларын тикшерергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, форумдың көн тәртибенә «ҡатнаш янауҙарҙың» күбәйеүе шарттарында дәүләттәрҙең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләрен дә индерәбеҙ», ти Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев. Рәсәй мөнәсәбәттәрҙе үҙ-ара файҙалы шарттарҙа төҙөй, тип билдәләне ул. Патрушев һүҙҙәренсә, форумда йылдан-йыл күберәк илдәр ҡатнаша.