Бөрө районында урынлашҡан “Аҡсарлаҡ” балалар лагерында 2004 йылғы үҫмер һәләк булғайны. Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, лагерь әлегә эш башламаған, ул ни бары 9 июндә асылырға тейеш булған. Әҙерлек мәлендә ирекмән үҫмерҙең өҫтөнә флагшток ауған. Йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән биргән. Әлеге мәлдә тәфтиш эштәре алып барыла.