газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2019, 12:00

Автобуста ла, трамвайҙа ла йөрөргә була

1 июлдән Башҡортостанда берҙәм транспорт картаһы индерелә. Уның менән автобустарҙа, ПАЗиктарҙа, троллейбустарҙа һәм трамвайҙарҙа йөрөргә мөмкин.

1 июлдән Башҡортостанда берҙәм транспорт картаһы индерелә. Уның менән автобустарҙа, ПАЗиктарҙа, троллейбустарҙа һәм трамвайҙарҙа йөрөргә мөмкин.Карта үҙе 50 һум тора, ә уның менән йөрөү әлеге тарифтан 25 һумға арзаныраҡ була, ләкин аныҡ суммаһы әйтелмәй әлегә. Билетты водителдән йәки кондукторҙан һатып алыу мөмкинлеге һаҡлана, әммә ул ҡиммәтерәккә төшә. Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, ҡайһы бер магазиндарҙа, «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» бүлексәләрендә, Берҙәм транспорт картаһын хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин.

Аҙағыраҡ дәүләт комитетында автобустар һәм электр транспорты өсөн төрлө тарифтар индерергә теләйҙәр.
Читайте нас: