газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2019, 17:48

Этлеккә баштары эшләй

Рәсәйҙә Һаҡлыҡ банкының түләү терминалдарын файҙаланып, граждандарҙың аҡсаһын урлау осраҡтары йышайған. Эксперттар мутлашыусылар ҡулланған ысулды ҡоролмаларҙың камил булмауы менән аңлата.

Рәсәйҙә Һаҡлыҡ банкының түләү терминалдарын файҙаланып, граждандарҙың аҡсаһын урлау осраҡтары йышайған. Эксперттар мутлашыусылар ҡулланған ысулды ҡоролмаларҙың камил булмауы менән аңлата. Яңы мутлашыу схемаһының асылы шуға ҡайтып ҡала: енәйәтсе терминал янына килә, уға банк картаһын ҡуймай, ниндәй ҙә булһа операцияны һайлай һәм уны тамамламай. Һөҙөмтәлә сиратта торған икенсе кеше экранда картаны ҡуйырға һәм пин-кодты индерергә тигән яҙыуҙы күрә. Ошоларҙың барыһын да эшләгәс, бынан алдағы операция автоматик рәүештә тамамлана һәм кеше үҙенең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Билдәләнеүенсә, трюк ҡорбан минут ярым эсендә пин-кодын индереп өлгөргән осраҡта ғына эшләй. Оҙағыраҡ ваҡыт үтһә, терминал операцияны туҡтата.

Һаҡлыҡ банкында банкомат экранындағы мәғлүмәт менән ентекле танышырға, шулай уҡ эргә-тирәлә шикле кешеләрҙең булыу-булмауына иғтибар итергә кәңәш бирәләр.
Читайте нас: