газета "Салауат"
+21 °С
Облачно
Новости
23 Мая 2019, 12:52

Эшҡыуарлыҡ - үҫеш маҡсаты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2024 йылға тиклем дәүләт үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре билдәләнде. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” проектын тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙең төрлө алымдары ҡулланыла.

Быйыл бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 785 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған, уның 72,3 миллион һумы - экспортҡа булышлыҡ итеүгә. Шулай уҡ, быйылғы пландарға ярашлы, “Минең бизнесым” үҙәктәрен асыу күҙаллана. Унда йүнселлекте үҫтереүҙең һәм уға ярҙам итеүҙең барлыҡ институттары тупланасаҡ. Тәүге технопорттар эшләй башлаясаҡ: ваҡ партиялап етештереүҙең бәләкәй майҙан­сыҡтары. Өфөлә “Эшҡыуар йорто”н булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Ул үҙ эсенә йәштәрҙең инновациялы ижады, инжиниринг, коллектив ҡулланыу һәм социаль эшҡы­уарлыҡ үҙәктәрен аласаҡ тигән ниәт бар. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында мәшғүлдәрҙең һаны 415 меңгә етергә тейеш.
Читайте нас