газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2019, 18:40

Һыуыбыҙ таҙа, тирә-яғыбыҙ сүпһеҙ булһын

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙа экология мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлде. Был йәһәттән төп йүнәлештәр - законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙа экология мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлде. Был йәһәттән төп йүнәлештәр - законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү.2024 йылға илдә барлыҡ законһыҙ сүплектәр бөтөрөлөргә, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн, дөйөм алғанда, дүрт триллион һум аҡса тотоноласаҡ тип күҙаллана.Башҡортостанға килгәндә, “Сүплектәрҙең интерактив картаһы”нда республикалағы проблемалы 582 сүплек билдәләнгән, уларҙың әлегә 180-е генә бөтөрөлгән. Тимәк, башҡараһы эш күп.“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан халҡының һигеҙ проценты хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән һыу эсә. Сифатҡа тәбиғәт факторҙары йоғонто яһай. Киләһе өс йыл эсендә Башҡортостан тәүге тапҡыр һыу сифатын яҡшыртыу өсөн 1,1 миллиард һум аҡса аласаҡ.
Читайте нас: