Бөгөн Өфөлә Йәштәр һарайында “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге” ассоциацияһының VIII съезы уҙа. Съезда урындағы үҙидаралыҡ органдарын борсоған мәсьәләләр ҡарала, яҡшы башланғыстар өйрәнелә. Сара барышында күргәҙмә, концерт та ойошторолған.