газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2019, 13:24

Ямғыры ла яуыр, ҡырауы ла төшөр әле

Йәй етте тип ҡыуанырға иртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә республикала һауа торошо тотороҡһоҙ булыр тип күҙаллана.

Йәй етте тип ҡыуанырға иртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә республикала һауа торошо тотороҡһоҙ булыр тип күҙаллана. Ямғыр яуыуы, ҡырау төшөүе көтөлә. Һауа температураһы түбәнәйә. Ял көндәрендә төндә 2-7, көндөҙ 10 - 15 градус йылы буласаҡ.
Гөлназ Заһитова, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе: “Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа. 17 майҙа циклон циркуляцияһында йәшен йәшнәп республиканың күп райондарына тарала. Ял көндәрендә һауа температураһы төндә +2, +7 градус йылы, урыны менән тупраҡ өҫтөнә ҡырау төшә, көндөҙ +10, +15 градус йылы”.

Читайте нас: