Өфөлә, Үҙәк почтамтта, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған маркаға мисәт һуғыу тантанаһы булды.
Юбилей маркаһы махсус почта мисәте һәм халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған конверт менән бер үк ваҡытта сығарылған. Почта маркаһында Мостай Кәримдең портреты төшөрөлгән. Билдәләнгән дата менән махсус мисәт тик бер көн – 15 майҙа ғына ғәмәлдә.
Өфөнән тыш, ошондай тантана Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ла үтте – был ҡалалар өсөн махсус мисәттәр айырым әҙерләнгәйне. Мәскәү менән телекүпер ойошторолдо. Онлайн режимында Өфөлә һәм Мәскәүҙә мисәт һуғыу тантанаһы бер үк ваҡытта уҙҙы. Өфө почтамты һәм Мәскәүҙең Әҙәбиәтселәр йорто араһында ҡуйылған телекүпер ярҙамында сарала ҡатнашыусыларҙың бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеге булды.
Рәсәйҙең почта бүлексәләренә килгән марканың тиражы 128 мең дана тәшкил итә.