Кисә, ҡояш байыу менән, барса мосолман халҡы Рамаҙан айына керҙе. Иң изге тип һаналған айҙа байтаҡ кеше ураҙа тотор, хәйер бирер, башҡа ғәмәлдәр башҡарыр. Гонаһтарҙан арынырға тырышыр. Күптәр мәсеттәргә барыр.Ураҙа тотоу ваҡыты һәр йыл әүәлге йылдан ун көнгә иртәрәк килер. Ошо сәбәптән уның йәй һәм ҡыш айҙарында килеүе тәбиғиҙер. Йәй айыныдағы ураҙаларҙы үтәй алмаған сирле кешеләр уны ҡышҡы айҙарҙа тота ала