Башҡортостанда ауыл мәктәптәрен ябылыуҙан һаҡлап ҡалыу өсөн 186 миллион һум кәрәк. Һуңғы туғыҙ йылда республикала 356 ауыл мәктәбе ябылған, шуның менән бергә уҡыусылар һаны 49 меңгә тиерлек артҡан. Республика министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин «Мәғариф сәғәте»ндә ошо турала хәбәр итте.
- Мәктәптең ябылыуы ауыл өсөн эҙһеҙ үтмәй. Асылда, ауыл мәктәбе - балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү үҙәге лә, эш урындары ла, - тип хәбәр итте Хажин. Ауылдарҙа мәктәпте уҡыусылар етмәүе арҡаһында ябалар. Шул уҡ ваҡытта нормативтар ҙа бар: башланғыс мәктәптәргә – 10-дан ашыу, 11 йыллыҡ өсөн 75 һәм унан күберәк уҡыусылар кәрәк. Айбулат Хажин Радий Хәбировҡа ошо сикте 20 кешегә арттырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Ул саҡта 159 мәктәпте ябылыуҙан ҡотҡарыу мөмкин булыр, уларҙа 10 235 бала белем алыр ине.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлегә сикте арттырыу мөмкин түгел, сөнки быға аҡса юҡ.
- Ауылдарҙа мәктәп кәрәк, унан да бигерәк мәктәп ауылды юҡҡа сығыуҙан һаҡлап ҡалыуы мөмкин. Әлегә һәр осраҡты айырым ҡарау тураһында ҡарар ҡабул итәбеҙ. Филиалдар булдырыу - ҡот осҡос күренеш тигән һүҙҙәр менән ризалашмайым. Ул бит артыҡ административ функцияларҙы алып ташлай. Өҫтәүенә беҙ балаларыбыҙҙың сифатлы белем алыуын теләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров.