Байрам уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына 10 мең һум аҡса бирәләр. Указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Латвияла, Литвала һәм Эстонияла йәшәгән ветерандарға ла аҡса ебәрәләр. Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә бөгөн 80 мең самаһы ветеран ҡалған.