газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2019, 17:40

Күпме сығым талап итә юлдар

Башҡортостан төбәк һәм муниципаль-ара автоюлдар оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урында килә – 13619 километр. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәр өсөн иң хәүефле биш төбәк араһына ла инәбеҙ.

Башҡортостан төбәк һәм муниципаль-ара автоюлдар оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урында килә – 13619 километр. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәр өсөн иң хәүефле биш төбәк араһына ла инәбеҙ.

Авариялар һанын кәметеү өсөн, республикала юл инфраструктураһын комплекслы яңыртыу көтөлә. 2024 йылға тиклем дөйөм хаҡы 2,6 миллиард һумлыҡ 245 мең яңы юл билдәләре ҡуйыу планлаштырыла. Йәйәүлеләр менән автомобиль юлдарын айырыусы 813 мең погон метр металл барьер ҡуйыу өсөн 2,4 миллиард һум аҡса талап ителә. 180 яңы светофор урынлаштырыуға иһә 72 миллион һум кәрәк.

Яҡтылыҡ булмаған урындарҙа юл-транспорт һәләкәттәре осраҡтарын кәметеү өсөн автомобиль трассаларында 63 мең фонарь бағанаһы ҡуйыу ҙа планда бар. Улар 2329 километр юлды яҡтыртасаҡ. Бының өсөн 8,9 миллиард һум аҡса талап ителәсәк. Авария хәлендәге һәм емерелергә торған 129 күперҙе ремонтлау өсөн 7,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был һандарҙы республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитеты килтерә.

Дөйөм алғанда, 2024 йылға тиклем төбәк һәм муниципаль-ара автоюлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн 30 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Читайте нас: