Республикабыҙҙа быйыл 19 меңгә яҡын XI, 42 меңдән ашыу IX класс уҡыусыһы өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтәсәк. Шулай уҡ 25 майҙа, шәмбе көн, “Яҙғы бал” ойошторола.
“Һуңғы ҡыңғырау” үткәрелгән көндәрҙә - 23 һәм 25 май – республика магазиндарында алкоголь һатыу тыйыла. Был ҡағиҙә төбәк биләмәһенә 2017 йылдан индерелде. Уны боҙоу осраҡтары өсөн штраф ҡаралған: вазифалы кешеләргә – 20 – 40 мең һум, ойошмаларға – 100 – 300 мең һум.