Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында отчет менән сығыш яһаны. Ул һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләренә туҡталды. Эш хаҡы, юлдар торошо, йәмәғәт транспорты, бизнес, милли проекттар тураһында ла әйтергә онотманы.