Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2019, 16:27

Вәт кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк

«Бирешмә!» беренсе балалар премияһының тәүге еңеүселәре үҙҙәренең лайыҡлы наградаларын алды. Республиканың Ишембай, Учалы, Йылайыр, Архангел, Бөрйән райондарынан һәм Өфөнән үҫмерҙәр төрлө номинацияларҙа иң яҡшылары тип билдәдәнде.

“Бирешмә” I балалар премияһының тәүге еңеүселәре асыҡланды. Улар ете номинацияла билдәләнде. Премияға Ишембай, Учалы, Йылайыр, Архангел, Бөрйән райондары һәм Өфө ҡалаһы үҫмерҙәре лайыҡ булды.
“Бирешмә! Телде үҫтер!” – Ләйсән Золотарева (башҡорт телен үҫтергәне, әҙәбиәтте, фольклорҙы популярлаштырғаны өсөн); “Бирешмә! Көслө бул!” – Илнур Ғарипов (спорттағы еңеүе өсөн); “Бирешмә! Ярҙам ит!” – Ирек Үмәрбаев (бәләгә тарыған кешегә ярҙам иткәне өсөн); “Бирешмә! Белемгә ынтыл!” – Сафия Хажиморатова (уҡыуҙағы һәм фәндәге уңыштары өсөн); “Бирешмә! Ереңде һаҡла!” – Гүзәл Шәрәфетдинова (йәш эколог); “Бирешмә! Ижад ит!” – Эвелина Вахитова (йәш ижадсы); “Бирешмә! Медиадонъяны яула!” – Зилиә Буранбаева (йәш журналист, режиссер, оператор).


Рафиҡ Шароян менән Айгөл Ибраһимова махсус приздарға лайыҡ булды.

Читайте нас: