газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2019, 18:02

Газонға ҡуя күрмә

Башҡортостанда газондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штраф индерелде.

Башҡортостанда газондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штраф индерелде. Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына тейешле үҙгәрештәр индерҙе.

Штрафтар күләме: граждандарға - беренсе тапҡыр 1-2 мең һум, йәнә хоҡуҡ боҙған өсөн 3-4 мең; вазифалы кешеләргә - беренсе тапҡыр 5-10 мең һум һәм йәнә хоҡуҡ боҙған өсөн 10-15 мең; юридик берәмектәргә - беренсе тапҡыр 20-30 мең һум һәм йәнә хоҡуҡ боҙған өсөн 35-50 мең.

Билдәләнеүенсә, протоколды райондарҙағы административ комиссиялар төҙөй, штрафты ла улар яҙа. Берәйһенең газонда, балалар йәки спорт майҙансығында машинаһын ҡалдырып киткәнен күргән кешеләр ҙә комиссияға ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: