газета "Салауат"
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2019, 16:38

5 йәшлек балаһына бысаҡ менән сәнскән

Иглин районында әсә кешенең биш йәшлек балаһын бысаҡ менән сәнсеү осрағы бар халыҡты тетрәндерҙе.

Асыҡланыуынса, был көндө ҡатын 7, 5 һәм 3 йәшлек балалары менән мунса ингәндә 5 йәшлек ҡыҙының күкрәгенә һәм арҡаһына бысаҡ менән сәнскән. Ҡысҡырған тауышты ишетеп, балаларҙың атаһы ҡатынын туҡтатып өлгөргән һәм ашығыс ярҙам саҡыртҡан.Иглин район-ара тәфтиш бүлеге 40 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.«Әле бала дауаханала. Ғәйепләнеүсе тотолған, уны һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Тәфтишселәр зыян күреүсенең һәм ғәйепләнеүсенең туғандарынан һәм яҡындарынан һорау ала. Енәйәттең шаһиты булған ике балаға белгестәр психологик ярҙам күрһәтә. Ғаиләнең торлаҡ-конкүреш шарттары тикшерелә. Быға булышлыҡ иткән башҡа сәбәптәр һәм шарттар асыҡлана. Ғәйепле ҡатынға психологик-психиатрик суд экспертизаһын үткәреү күҙаллана», — тип белдерҙеләр төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: