6 апрелдә Башҡортостанда йәшәүселәр быйылғы йылда беренсе тапҡыр яҙғы өмәгә сыҡты.Беҙҙең ҡала ла был сарала бик әүҙем ҡатнашты. Халҡыбыҙҙа күркәм йоланы ныҡлы тергеҙеү мөһимлеген республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләгәйне. "Йәшел Башҡортостан" республика проекты тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Был йәһәттән "Бергәләп республиканы таҙа тотайыҡ!" саҡырыуы аҫтында уҙғарылған республика өмәләренең "Йәшел Башҡортостан" рәсми бренды булдырылды.